6 декабрь, Шишәмбе

27 октябрь 2010 йыл, 9:38

«Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы - 2010» күргәҙмәһе

автор: Светлана Ғәфүрова

Өфөлә, Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында, «Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы-2010» VII махсус күргәҙмәһе асылды. Был күргәҙмә сиктәрендә шишәмбе кулинария һәм сервис буйынса VII төбәк-ара чемпионат үткәрелде, шулай уҡ «Таҙалыҡ индустрияһы» III махсус күргәҙмәһе үтә.

Күргәҙмәгә килеүселәрҙә ашнаҡсылар һәм кондитерҙарҙың арт-класс буйынса конкурстары, шулай уҡ уларҙың шәхси ярыштары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. «Икмәк — бөтә нәмәгә баш» конкурсы һәм «Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһының алтын бренды» төбәк-ара конкурсы ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының социаль туҡланыу системаһын презентациялау һәм «Социаль туҡланыу проблемалары. Яңы йүнәлештәр» түңәрәк өҫтәле үткәрелде.

Шаршамбы, 27 октябрҙә, туҡланыу индустрияһы предприятиелары эшмәкәрлегенең төп мәсьәләләре буйынса төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция, бармендар мәктәбен презентациялау, кулинарҙар ярышы, иң яҡшы клининг компанияһына «Таҙалыҡ оҫтаһы — 2010» конкурсы һәм «Мисс ҡунаҡсыллыҡ» конкурсы үткәрелә.

Күргәҙмәлә ҡунаҡханалар комплекстары, санаторийҙар, тау-саңғы һәм туризм үҙәктәре, клининг компаниялары, сауҙа йорттары, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, һауыт-һаба, сауҙа һәм аҙыҡ-түлек ҡорамалдары, мебель әҙерләү фабрикалары, полиграфик хеҙмәтләндереү фирмалары, такси хеҙмәте, бал етештереүселәр һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһына ҡағылышы булған башҡа күп кенә компаниялар һәм фирмалар ҡатнашты.

Әйтергә кәрәк, республикала үҙенсәлекле иҫ киткес тәбиғәт зоналары булыуын иҫәпкә алғанда, туризм сервисын күпкә яҡшыраҡ ойоштороп булыр ине. Был өлкә белгестәре фекеренсә, «Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» кеүек күргәҙмәләр туриндустрияны артабан үҫтереү өсөн стимул булып хеҙмәт итәсәк.  

Күргәҙмә 28 октябргә тиклем барасаҡ.