6 декабрь, Шишәмбе

26 октябрь 2010 йыл, 17:13

Ер мәсьәләһе – ауылға инвесторҙар килһен өсөн төп мәсьәлә

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә кисекмәҫтән төбәктә ер сәйәсәтен ҡороуҙың берҙәм принциптарын эшләргә ҡушты.

— Республиканың агросәнәғәт комплексына инвесторҙар саҡырыу шарттарын билдәләргә кәрәк,– тип белдерҙе төбәк башлығы 26 октябрҙә Конгресс-холда үткән матбуғат конференцияһында.

Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығындағы етешһеҙлектәрҙе билдәләне. Беренсе сиратта, был ер тураһындағы закондарҙың камил булмауы. Агросәнәғәтте үҫтереүгә средстволар һәм ресурстар һалыусы күп инвесторҙарҙы ерҙә аренда эше принцибы һис ҡәнәғәтләндермәй.

Башҡортостан Президенты, уға күп тапҡырҙар ерҙә эшләүселәрҙең, аренда срогы үткәс, артабан дауам итеп эшләй аласаҡтарына гарантия булмауына зарланыуҙарын ишетергә тура килде, тип аңлатты.

Икенсе проблема – ауыл хужалығы пайҙарын уйламай бүлеү. Ысынында бөгөн пайсы үҙенең ере менән бер ни ҙә эшләй алмай: эшкәртә лә, һата ла, залогка биреп, банкынан кредит ала ла алмай.

Рөстәм Хәмитов, был мәсьәләләрҙе хәл итмәй тороп, ауыл хужалығында ниндәй ҙә булһа үҫеш тураһында һүҙ алып барып булмай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.