Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.06 ↑

EUR 74.18 ↓

20 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн бер үҙәк кәрәк

Сәйәсәт

– Республика өсөн берҙәм идаралыҡ идеяһы бик тә мөмкин, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Хөкүмәт Премьер-министрын тәғәйенләү айҡанлы һорауға яуап биреп. — Идара итеүҙең был схемаһы законлы һәм Башҡортостан Конституцияһына һәм закондарына ҡаршы килмәй.

Рөстәм Хәмитов ҡатмарлы күсеү осоронда бындай схеманың айырыуса мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

— Бөгөн ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн бер үҙәк кәрәк, — тип билдәләне ул. — Быны республиканың элекке тәжрибәһе лә раҫлай: ике үҙәк, Аҡ йорттоң ике яртыһы булды, һәм был нимә менән тамамланды – аңлашылмаусанлыҡ, конфликттар, интригалар. Бөгөн Аҡ Йорт берҙәм, бында эшләгән команда берҙәм. Бындай команда менән эшләүе еңелерәк, бындай команда кешеләр өсөн эшләйәсәк. Һәм ундай конструкция тотороҡло, аңлайышлы һәм эшкә һәләтле булып тора.

автор: Марина Шумилова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть