9 декабрь, Йома

26 октябрь 2010 йыл, 15:03

Рөстәм Хәмитов үҙ сәйәсәтенең өс төп йүнәлешен билдәләне: эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ

автор: Николай Ермоленко

БР Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөнгө матбуғат конференцияһындағы инеш һүҙендә республика башында тәүге 100 көн уның өсөн ниндәй булыуы һәм бөгөн Башҡортостан Республикаһында барған хәл-ваҡиғаларҙа үҙенең ролен нимәлә күреүе хаҡында әйтеп уҙҙы.  

100 көндө республика башлығы отчет өсөн түгел, ә республикала яңы сәйәсәт нисек һалыныуына анализ өсөн генә ваҡыт, тине.

Эшләй башлағандың тәүге көндәренән алып Рөстәм Хәмитов киң мәғлүмәт саралары һәм республикала йәшәгән кешеләр менән йәнле аралашыуға йүнәлеш тотто. Бында, уның әйтеүенсә, популярлыҡҡа, экран һәм гәзит йондоҙо булыуға ынтылыш юҡ. Мәғлүмәт майҙанында көндәлек аралашыу уға үҙ маҡсатының төп асылын: эш кешеләр, республика халҡы өсөн алып барылыуын еткереү өсөн кәрәк.

Был йүнәлештәге эшен Рөстәм Хәмитов телеканалдар, гәзиттәр, журналдар, Интернет аша еткерә. Был бик еңелдән түгел, сөнки асыҡ сәйәсәт йәмәғәтселек фекерен башҡаса формалаштыра: йәмғиәт асыла, иркенәйә, ә ирек ҡаршы фекерҙәр, тәнҡит, республиканың үҫеш юлдары тураһында башҡаса фекерҙәр еткереү мәмкинлектәрен дә аса.

Башҡортостан Президенты асыҡлыҡҡа, кешеләр менән аралашыуға йүнәлтелгән был эшен, үҙ эшмәкәрлегенең мөһим өлөшө тип атап, дауам итергә вәғәҙә итте.  

Башҡортостан Республикаһы – Рәсәй Федерацияһының емермәйенсә, ә ижад итеп, республиканың ҡеүәтен арттырып, алға барыу өсөн ҙур иҡтисади потенциалға эйә булған эре, ҡеүәтле субъекты. Республика етәкселеге үҙ эшмәкәрлегендә өс төп йүнәлеште билдәләне: кешеләрҙе эш, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы һәм арзан торлаҡ менән тәьмин итеү.