Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Көндәр ҡапыл һыуытмаясаҡ

Йәмғиәт

Яҡындағы ун көндә Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо күҙәтеләсәк. Был турала “Башгидромет” үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, иртәнсәк томан төшөүе ихтимал.

— Көҙөн был ҡәҙимге күренеш. Был миҙгелдә томан йышыраҡ төшә, — тине ул. – Кесе йоманан, 28 октябрҙән, һауа торошо үҙгәреүсәнгә әйләнәсәк. Атмосфера баҫымы кәмей, һауа температураһы төшә башлаясаҡ. Ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы мөмкин.  

Анна Козаева, яҡын араларҙа көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы көтөлмәй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ әлегә ҡар ҙа ятмаясаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть