6 декабрь, Шишәмбе

26 октябрь 2010 йыл, 11:54

Эшҡыуарҙарҙан финанс ярҙамына документтар ҡабул итеү яңыртылды

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты 25 октябрҙән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарынан һәм инфраструктура ойошмаларынан бизнесты аяҡҡа баҫтырыуҙың башланғыс стадияһында субсидиялаштырыуға һәм лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн субсидиялаштырыуға ҡағылышлы финанс ярҙамы күрһәтеүгә документтар ҡабул итеүҙе яңыртты.  

Финанс ярҙамы алыуға эшмәкәрлеге 2007 йылдың 24 июлендәге «Рәсәй Федерацияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында» Федераль закон һәм 2010 йылға Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү Республика программаһы менән билдәләнгән талаптарға һәм шарттарға тап килгән субъекттар дәғүә итә ала. Финанс ярҙамы (субсидиялаштырыу) иҡтисади эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө төрҙәрен үҫтереүгә бирелә.  

Финанс ярҙамы күрһәтеү тәртибе, талаптары һәм шарттары тураһында ентекле мәғлүмәт Дәүләт комитетының рәсми сайтында урынлаштырылған.  

Документтар Өфө ҡалаһы, К.Маркс урамы, 37, корп. 2, 3-сө ҡат адресы буйынса (БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам фонды бинаһында) ҡабул ителә.