11 декабрь, Йәкшәмбе

26 октябрь 2010 йыл, 11:03

Балаға пособиелар 5,9 процентҡа арта

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәте Ҡарары менән 2011 йылдың 1 ғинуарынан балаға айлыҡ пособие һәм ветерандарға айлыҡ түләүҙәр күләме 5,9 процентҡа арта. Индексация  «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» БР Законының 23.1 статьяһы 5-се өлөшөнә һәм «Башҡортостан Республикаһында балаға айлыҡ пособие тураһында» БР Законының 4-се статьяһы 4-се өлөшөнә ярашлы үткәрелә.

Был ҡарарҙы бойомға ашырыу республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына йөкмәтелде, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.