Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Президенты вазифаһында тәүге 100 эш көнөнә йомғаҡ яһаясаҡ

Сәйәсәт

Өфө Конгресс-холында бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың республика башлығы вазифаһында эшләүенең тәүге 100 көнө йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһы үткәреләсәк. Унда федераль һәм республика киң мәғлүмәт саралары журналистары ҡатнашасаҡ.

БЮТ телеканалы урындағы ваҡыт менән сәғәт 12-лә башланасаҡ матбуғат конференцияһынан туранан-тура трансляция алып барасаҡ.

Рөстәм Хәмитов республиканы 2010 йылдың июлендә, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов ваҡытынан алда отставкаға киткәндән һуң, етәкләне. Республика башлығы вазифаһына тәғәйенләнгәнгә тиклем Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙә иң ҙур энергогенерация компанияһы – "Русгидро" асыҡ акционерҙар йәмғиәте топ-менеджерҙарының береһе булды.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть