5 декабрь, Дүшәмбе

26 октябрь 2010 йыл, 9:29

«Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында Республика бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаһына ярашлы «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» XIV Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабын үткәрә.

БР Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина хәбәр итеүенсә, конкурстың төбәк этабын үткәреү датаһы билдәләнгән дә инде. Ул 25 ноябрҙә БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәтенең конференциялар залында үтәсәк. Еңеүселәр ҡиммәтле приздар һәм дипломдар менән бүләкләнәсәк, шулай уҡ Мәскәүҙә конкурстың Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашыуға тәҡдим ителәсәк.

Быйыл конкурс ун номинация буйынса үткәреләсәк: «Бизнес корифейы», «Йыл меценаты», «Сифат менән идара итеү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн», «Йыл бизнес-асышы», «Яңы быуын директоры», «Ҡатын-ҡыҙҙар инициативаһы», «Эшлекле стилде тормошҡа ашырыу», «Кадрҙар барыһын да хәл итә», «Дәүләт хеҙмәткәре», «Ышаныслы партнер».

Алла Кузьминаның һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөнгө көнгә Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан 12 заявка килгән дә инде. Конкурста ҡатнашыуға заявкалар түбәндәге адрес буйынса әле лә ҡабул ителә: Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13; тел. (347) 272-57-47.