3 декабрь, Шәмбе

26 октябрь 2010 йыл, 10:25

Коррупцияға ҡаршы эш буйынса йәмәғәтселек советы төҙөләсәк

автор: Ольга Мортазина

Республика Хөкүмәтендә БР Коррупцияға ҡаршы комиссияһы ултырышы үтте. Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла тиерлек ғәмәлдәге коррупцияға ҡаршы эштең һөҙөмтәһеҙлеге тураһында белдерҙе. БР ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов, элекке административ-хоҡуҡ нормаларынан арынырға кәрәк, тине. Рәсәй Прокуратураһы ҡарамағындағы тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығы етәксеһе Алексей Касьянов ведомство эсендәге йомшаҡ контролде коррупцияға килтереүсе төп фактор тип атаны.  

— Граждандарҙың мәсьәләләрҙе ришүәт ярҙамында хәл итергә күнегеүе лә проблема булып тора, — тине Тикшереү идаралығы етәксеһе. — Бер ваҡыт беҙҙең хеҙмәткәрҙәребеҙ Салауат ҡалаһы башлығы урынбаҫарын енәйәт өҫтөндә тотто, ул дәфтәренә үҙенең бөтә “түләүселәрен” – кем, нимә өсөн һәм күпме уға бирергә тейешлеген тәфсилләп яҙып барған. Беҙ мөрәжәғәт иткән коммерсанттарҙың береһе лә уның өҫтөнән ғариза яҙырға теләмәне.    

— Материалдар күбәйгәндән-күбәйә, бөтә ерҙә лә кешеләр түрәләрҙең урлашыуына зарлана, — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Әгәр власта ултырыусылар үҙ проблемаларын еңел генә хәл итһә, ябай кешеләр коррупция алдында яҡлаусыһыҙ, көсһөҙ. Улар балаһын нисек итеп балалар баҡсаһына, мәктәпкә урынлаштырырға икән тип ҡайғыра. Чиновниктар үҙҙәре бер ҡасан да ришүәтселектең осо-ҡырыйына сыға алмаясаҡ. Коррупцияға ҡаршы комиссия составын ҡайтанан төҙөргә тәҡдим итәм. Партияларға, йәмәғәтселеккә һәм бизнес-берләшмәгә таянасаҡбыҙ. Улар бының нимә икәнлеген яҡшы белә, һәм беҙгә күп нәмә һөйләй аласаҡ. Бөгөн мин Президент ҡарамағында Йәмәғәтселек советы төҙөү тураһында Указға ҡул ҡуям. Ул чиновниктар структураларына буйһонмаясаҡ, һәм уны Контроль-иҫәп палатаһының элекке етәксеһе Петр Миронович Бобылев етәкләйәсәк. Уға сәйәси партиялар, йәмәғәт һәм милли ойошмалар вәкилдәре инәсәк.

— Ултырыш үҙенсәлекһеҙ үтте, — тине Президент, — миҫалдар аҙ. Киләһендә беҙ ноябрь аҙағынан да һуңға ҡалмайынса йыйыласаҡбыҙ һәм ултырышты яңы составта, яңы кешеләр, яңы маҡсаттар менән үткәрәсәкбеҙ.  

темалар: коррупция