6 декабрь, Шишәмбе

25 октябрь 2010 йыл, 17:27

Төҙөлөш тармағында координацион совет ойошторолдо

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ҡарамағында Башҡортостандың төҙөлөш тармағында координацион совет ойошторолдо. Совет республикала төҙөлөш өлкәһендә үҙ-үҙен көйләүсе ойошмаларҙың эшмәкәрлеген яраштырыу, шулай уҡ ойошма ҡарарҙарының һөҙөмтәлелеген күтәреү маҡсатында ойошторолған коллегиаль кәңәшмә органы булып тора.

Координацион советтың төп бурыстары булып Башҡортостандың төҙөлөш тармағында эште юлға һалыуҙы үҫтереү буйынса тәҡдимдәр эшкәртеү һәм Дәүләт комитеты өсөн тармаҡта эште юлға һалыу сәйәсәтен яраштырыу мәсьәләләре буйынса тәҡдимдәр әҙерләү тора. Шулай уҡ совет төҙөлөш ойошмаларының эшмәкәрлеген көйләүсе закондарҙы камиллаштырыуға йоғонто яһарға тейеш.