6 декабрь, Шишәмбе

25 октябрь 2010 йыл, 16:46

Республика инвесторҙарының сит ил күсемһеҙ милке баҙарында перспективалары бар

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә тамамланған «Күсемһеҙ милек. Көҙ – 2010» күргәҙмә-йәрминкәһе сиктәрендә сит ил күсемһеҙ милке темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Унда халыҡ-ара компаниялар вәкилдәре сит илдәрҙә торлаҡ майҙанына тәҡдимдәр һәм хаҡтар менән таныштырҙы.  

Белгестәр мәғлүмәттәренә ҡарағанда, арзаныраҡ күсемһеҙ милекте Мысырҙа һәм Төркиәлә табырға мөмкин. Женева күле ярында һәм Францияла апартаменттар күпкә ҡиммәтерәк.

«CHEDA» компанияһының Мәскәү вәкиллеге  директоры Елена Мишина Мысырҙа һәм Төркиәлә күсемһеҙ милектең арзанлығын уңайлы һалым сәйәсәте менән аңлата. Бынан тыш, Төркиәнең коммерция милкенә һалыуҙар өлөшөндә инвестициялар потенциалы айырыуса ҙур.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шулай уҡ, Өфө сит ил милке баҙары көрсөк осоронда күп клиенттарын юғалтыуын билдәләне. Бөгөн ҡалала туранан-тура сит ил күсемһеҙ милке сегментында эшләүсе бер компания ла ҡалманы. Ләкин хәҙер үҫеш перспективалары, сит илдәр күсемһеҙ милкенә ҙур инвестициялар бүлеү тенденцияһы күҙәтелеүе хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин.