6 декабрь, Шишәмбе

25 октябрь 2010 йыл, 14:51

Бәләбәй сырҙары - Сифат фестивале призерҙары

автор: Ғәлиә Нәбиева

Екатеринбургта йыл һайын үткәрелгән VIII Сыр, май, майонез һәм башҡа майлы продукцияларҙың сифат фестивалендә Бәләбәй һөт комбинатында етештерелгән «Belfor», «Мраморный», «Сметанковый», «Российский», «Карамболь «Пряный Средиземноморский» сырҙары һәм 82,5 процент ҡуйылыҡтағы «Сливочное Традиционное» майы I дәрәжә дипломдар яуланы.  

Фестиваль экологик хәүефһеҙлек күрһәткестәре һәм ҡулланыу үҙенсәлектәре буйынса иң яҡшы продукцияны асыҡлай һәм пропагандалай. Башҡортостан етештереүселәренең сифат конкурсында еңеп сығыуы үтә лә мөһим.  

Форумда Бәләбәй предприятиеһының яңы продукттарынан тәмләткестәр менән ыҫланған «Карамболь» сыры ла тәҡдим ителде. Улар хәҙер Волга буйы һәм Урал федераль округтары магазиндары кәштәләрендә күренде лә инде. Һуңғы яңы продукт – эре күҙәнәкле һәм шәрбәт сәтләүек тәме менән «Belfor» сыры үҙ номинацияһында иң күп балл йыйҙы. Был сыр магазиндарға 2010 йылдың декабрендә сығарыласаҡ.