11 декабрь, Йәкшәмбе

25 октябрь 2010 йыл, 14:28

Бәләкәй бизнесҡа дәүләт ярҙамы мәсьәләләре буйынса конференция үткәрелә

автор: Сергей Захаров

27 октябрҙә Өфө Конгресс-холында “Рәсәй терәге” Дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә «ОПОРА-КРЕДИТ» медиахолдингы тарафынан ойошторолған «Бәләкәй бизнес. Финанслау һәм дәүләт ярҙамы» конференцияһы үткәрелә.

Сараның маҡсаты — Башҡортостан баш ҡалаһы бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәрен ғәмәлдәге дәүләт ярҙамы механизмдары, шулай уҡ уларҙы финанслауҙың башҡа төрлө юлдары менән таныштырыу.  

Пленар ултырыш бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам программаһын тикшереүгә арналасаҡ.

Бынан тыш, банкылар, лизинг, инвестиция һәм факторинг компаниялары, микрофинанслау үҙәктәре, венчур фондтары ҡатнашлығында «Бизнесҡа нисек аҡса йәлеп итергә» дискуссия майҙансығы ойоштороласаҡ.

Форум сиктәрендә «ОПОРА-КРЕДИТ» медиахолдингының «Бизнес Уңыш — 2010» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үткәреләсәк.

темалар: анонс