5 декабрь, Дүшәмбе

25 октябрь 2010 йыл, 13:59

12 иҫәп алыусыны эт тешләгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың һуңғы көнө. 23 октябргә мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда 3 миллион 621 мең 895 кеше иҫәпкә алынған. Был республика халҡының 90 проценты самаһы. Иҫәп алыусылар 1210 сит ил кешеһен дә яҙып алды. Улар араһынан 20 меңе – махсус контингентҡа ҡараған кешеләр.

Билдәле булыуынса, иҫәп алыусының эшмәкәрлеге төрлө бәхетһеҙлек осраҡтарынан страховкалана. БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда 17 страховкалау осрағы теркәлгән. Шуларҙан 12 осраҡта иҫәп алыусыны эт тешләгән.

Республика халҡы статистиктар менән ҡыҙыу линия буйынса бик әүҙем аралаша. Бөтәһе 600 шылтыратыу ҡабул ителде. Башлыса халыҡ яҙылыу өсөн стационар участкалар адрестары һәм процедураның үҙе менән ҡыҙыҡһына.

Иртәгә иҫәп алыусылар менән инструкторҙар тикшереп йөрөп сығасаҡ. Улар йыйылған мәғлүмәттәрҙең 10 процентын тикшерәсәк.