3 декабрь, Шәмбе

25 октябрь 2010 йыл, 11:01

Белоретта 14 йәш ғаилә урындағы бюджеттан торлаҡ һатып алыуға субсидия алды

автор: Марина Шумилова

Белорет районы хакимиәтендә 14 йәш ғаиләгә – «Торлаҡ» Федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» ҡушымта программаһында ҡатнашыусыларға торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә социаль түләү алыуға таныҡлыҡ тапшырылды.  

Федераль һәм республика программалары сиктәрендә йәш ғаиләләргә ярҙам итеү менән бер рәттән Белорет районында район кимәлендә лә өҫтәмә ярҙам күрһәтелә. Бында 2007-2010 йылдарға Белорет районы муниципаль районының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләренә ярҙам итеү Программаһы ла эшләп килә. Был Программаға ярашлы йәш ғаиләләргә республика һәм федераль бюджеттарҙан субсидияларға өҫтәмә рәүештә 10 мең һум күләмендә урындағы бюджеттан бушлай субсидия бирелә.