8 декабрь, Кесе йома

25 октябрь 2010 йыл, 10:29

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Сәйәсәт мәктәбен тамамлаусыларҙың проекттарын юғары баһаланы

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

23 октябрҙә республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа төбәк Рәсәй Сәйәсәт мәктәбен тамамлаусыларҙың Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен камиллаштырыуға йүнәлтелгән иң яҡшы инновацион проекттары тәҡдим ителде. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Йортонда Сәйәсәт мәктәбен тамамлаусылар менән осрашыуҙа «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең Генераль советы секретары урынбаҫары, Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәге президенты Юрий Шувалов, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең Төбәк политсоветы секретары, республика парламенты спикеры Константин Толкачев, ҡайһы бер министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.

Был презентация йомғаҡтары буйынса Рөстәм Хәмитов проекттарҙың төрлөлөгөн һәм актуаллеген билдәләне.

— Был туризм да, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү ҙә, электрон йорттар идаралығы, йәштәр өсөн интерактив телеканал... Мин йәштәребеҙҙең шул тиклем талантлы булыуына хайран ҡалам, — тине төбәк башлығы. — Был проекттарҙың күбеһен беҙ мотлаҡ тормошҡа ашырасаҡбыҙ, сөнки проекттар иҡтисади планда бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы. Беҙҙең бурыс проекттар авторҙарын яҡлауға ҡайтып ҡала. Был — республиканың киләсәге, буласаҡ сәйәсмәндәр һәм идара итеүселәр, беҙ улар өсөн шарттар булдырырға тейешбеҙ. Беренсе төбәк Рәсәй Сәйәсәт мәктәбе тап беҙҙә эшләүе Башҡортостан өсөн үтә мөһим.