5 декабрь, Дүшәмбе

25 октябрь 2010 йыл, 9:52

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостанда модель участкаһы ойошторорға планлаштыра

автор: "Башинформ"

Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Мәскәүҙә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров менән осрашыуы ваҡытында Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Башҡортостанда модель участкаһы ойошторорға тәҡдим итеүе тураһында һүҙ алып барылды.

Модель һайлау участкаһы заманса программа-техник комплекстар менән йыһазландырыласаҡ. Ул һайлауҙарҙың техник яғын камиллаштырырға ярҙам итәсәк.

Осрашыу барышында муниципаль, төбәк һәм федераль кимәлдәрҙә һайлауҙарҙың асыҡлыҡ һәм демократиялылыҡ принциптарын бойомға ашырыу мәсьәләләре ҡуҙғатылды.