10 декабрь, Шәмбе

22 октябрь 2010 йыл, 16:45

Рөстәм Хәмитов Сергей Собянинға уңыш теләне

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәү мэры Сергей Собянинға яңы вазифаһында уңыштар теләне.

— Сергей Собянин элек тә ҙур һәм ҡатмарлы эш башҡарҙы, — тине Башҡортостан башлығы «Газета.Ru» интернет-порталына интервьюһында. – Миңә уның менән эш буйынса күп аралашырға тура килде. Шулай ҙа әлегә тиклем 20 йыл буйына икенсе кеше ултырған креслоға килеү — ярайһы уҡ көсөргәнешле тойғолар. Әммә хатта минең ҙур булмаған тәжрибәм дә бында сиктән тыш ҡатмарлы бер ни ҙә юҡлығын күрһәтә. Йәмғиәттең өмөтө һәм хәл итергә кәрәкле мәсьәләләрҙең күплеге был йылытылған кресло тураһында оноторға мәжбүр итә. Мин Сергей Собянин яңы урында тиҙ яраҡлашыр һәм икһеҙ-сикһеҙ Мәскәү проблемалары йөгөн тартып алып китер, тип ышанам.