5 декабрь, Дүшәмбе

22 октябрь 2010 йыл, 15:15

Халыҡты үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү – өҫтөнлөклө бурыс

автор: Ғәлиә Нәбиева, Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин төбәктә ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө бурыстары иҫәбендә халыҡты үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек продукттары менән тәьмин итеүҙе атаны.  

Бөгөн Балтас районында үткән малсылыҡ тармағының эше йомғаҡтары буйынса республика семинар-кәңәшмәһендә министр ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һөҙөмтәләренә анализ яһаны. Ул, хакимиәт башлыҡтары хәлдең асылына төшөнгән урындарҙа, ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, реаль һөҙөмтәләр бар, тип билдәләне. Азат Йыһаншин, 4 ноябргә тиклем һәр район 2020 йылға тиклем тармаҡты үҫтереү стратегияһын эшләп алып килергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

— Был инвестицияларҙы иҫәпкә алып, тормошҡа ашырырлыҡ реаль программа булырға тейеш, — тине министр.

Семинар-кәңәшмәлә тоҡомло малсылыҡтағы хәл, һыйыр малы иҫәбен кәметеү проблемалары, тулыһынса яһалма тороҡландырыуға күсеү мәсьәләләре ҡаралды.  

Республика хужалыҡтарында малдарҙың ауырыуы һәм ветеринарҙар үткәргән эш тураһында БР Ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары Баязит Ғәлимов һөйләне.  

Көндөң икенсе яртыһында Балтас районы ауыл хужалығы предприятиеларына барып, семинарҙың ғәмәли өлөшө башланасаҡ.