4 декабрь, Йәкшәмбе

22 октябрь 2010 йыл, 14:23

Рөстәм Хәмитов: «Мин республика етәксеһе исемен алмаштырырға йыйынмайым»

автор: Евгений Рәхимҡолов

Президент вазифаһы Башҡортостанда һаҡланасаҡ. Был турала республика башлығы Рөстәм Хәмитов "Газета.Ru" интернет-порталына интервьюһына белдерҙе. Уның әйтеүенсә, ул республика етәксеһе вазифаһының рәсми исемен үҙгәртергә йыйынмай.

— Минең өсөн был мәсьәлә үтә мөһим түгел, — тине ул. – Етмәһә, , беренсенән, был мәсьәлә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вәкәләтендә, ә икенсенән, бындай мәсьәләләр яңғыҙ ғына хәл ителмәй. Республика территорияһында йәшәүсе халҡыбыҙҙың менталитеты хәлде алдан өйрәнеүҙе талап итәсәк. Мин был мәсьәлә буйынса йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү һөҙөмтәләре менән танышмын һәм тауыштарҙың ҡап урта бүленеүен яҡшы беләм. Был осраҡта ҡабаланырға кәрәкмәй тип иҫәпләйем. Кешеләр был мәғлүмәттең айышына төшөнөргә тейеш. Әгәр төбәктәр башлыҡтарының атамаһын унификациялаусы федераль закон сыҡһа, беҙҙең республика уны үтәйәсәк. Ләкин үҙебеҙгә бындай башланғыс менән сығыш яһауҙың кәрәге юҡ.