10 декабрь, Шәмбе

22 октябрь 2010 йыл, 14:03

Рөстәм Хәмитов: «Башҡорт телен өйрәнергә тейештәр, ләкин көсләп түгел»

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан мәктәптәрендә башҡорт телен мотлаҡ өйрәнергә тейештәр, ләкин кем өйрәнергә теләмәй, уны көсләп мәжбүр итергә тейеш түгелдәр. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов "Газета.Ru" интернет-порталына интервьюһында ошондай фекерен белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов иҫәпләүенсә, мәктәптәрҙә хәҙерге ваҡытта башҡорт телен өйрәнеүҙе кире ҡағыу тураһында мәсьәлә ҡуйыу бөтөнләй урынһыҙ, сөнки ул законға ҡаршы килә. Рус теле менән бер рәттән башҡорт теле Башҡортостан территорияһында дәүләт теле булып тора, ә дәүләт телдәре мотлаҡ өйрәнелергә тейеш.  

Республика мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүҙе кире ҡағыу ихтималлығы хаҡында һүҙ алып барыусылар, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, баштан уҡ һорауҙы дөрөҫ ҡуймай.

— Мин бындай формулировка менән килешә алмайым, — тине Президент. — Башҡорт телен Башҡортостан Республикаһы территорияһында һәр ваҡыт өйрәнәсәктәр. Иң элек, башҡорттар, иң элек, был телде өйрәнергә теләүсе кешеләр. Шул уҡ ваҡытта мин башҡорт телен көсләп уҡытыу булмаҫҡа тейешлеген дә аңлайым.

Теге йәки был телде өйрәнеүҙе кире ҡағыу хоҡуғына, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, закон сығарыусылар эйә. Президенттан быны талап итеү – бөтөнләй мәғәнәһеҙ.

— БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай был ҡатмарлы мәсьәләне өйрәнер һәм бер ни тиклем ваҡыттан һуң уның буйынса ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер, моғайын, — тине Рөстәм Хәмитов. – Ләкин минең шәхси фекерем шундай: республикала башҡорт телен өйрәнергә кәрәк. Сөнки Ер шарында башҡорттар йәшәгән, Башҡортостан Республикаһы булған башҡа урын юҡ. Ә был предмет уҡытыусыларына уҡытыу сифатын яҡшыртырға, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ яһарға, ҡатмарлы грамматика, синтаксис, морфологиянан ҡасып, мәктәпте тамамлағас уҡыусы башҡорт телендә аралаша алһын өсөн, һөйләшеү теленә өйрәтеү вариантына күсергә кәрәк. Ләкин әгәр кеше башҡорт телен өйрәнергә теләмәй икән, уны мәжбүр итеү, был дәрескә ҡолағынан һөйрәп алып барыу дөрөҫ булмаясаҡ.