6 декабрь, Шишәмбе

22 октябрь 2010 йыл, 12:38

Рөстәм Хәмитов «Газета.Ru» интернет-гәзитенә интервью бирҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов төбәк башлығы вазифаһында 100 көн эшләүе уңайынан «Газета.Ru» интернет-гәзитенә киң интервью бирҙе. Бында Рөстәм Хәмитовҡа интернет аша журналистар ғына түгел, шулай уҡ ресурсты уҡыусылар ҙа һорауҙар бирә алды. Бөтәһе 160-тан ашыу һорауҙар бирелде. Башҡортостан башлығы уларҙың иң ҡыҙыҡтарына һәм мөһимдәренә яуап бирҙе. Ул үҙенең Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән осрашыу һөҙөмтәләре, республикала милли сәйәсәт, Мортаза Рәхимов менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре хаҡында һөйләне. Президент шулай уҡ халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү, республика мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеү тураһында ла үҙ фекерен белдерҙе һәм Мәскәүҙең хәҙерге мэры Сергей Собянинға уңыштар теләне.

Ентекле мәғлүмәт – «Газета.Ru» сайтында.