7 декабрь, Шаршамбы

22 октябрь 2010 йыл, 11:02

Башҡорт классиктарын Иорданияла тәржемә итергә әҙерҙәр

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡорт әҙәбиәте классиктарын тиҙҙән Иорданияла ғәрәп теленә тәржемә итә башлауҙары ихтимал. Был турала кесе йома көнө «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡорт-ғәрәп дуҫлығы йәмғиәте идараһы ағзаһы, БР Президенты Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш бүлеге мөдире урынбаҫары Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итте.

— Күптән түгел Йәмғиәтебеҙ делегацияһының Сирияға һәм Иорданияға сәфәре барышында беҙ Иордания Яҙыусылар лигаһы вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙек, — тине ул. — Беҙ уларҙың Чехов һәм рус әҙәбиәтенең башҡа классиктарының әҫәрҙәрен әүҙем тәржемә итеүен белдек. Иордан яҙыусылары әйтеүенсә, улар башҡорт әҙәбиәтен тәржемә итеү менән дә шөғөлләнергә теләй. Үҙ сиратында, улар үҙ әҫәрҙәренең дә беҙҙең республикала тәржемә ителеүе менән ҡыҙыҡһынды. Бындай хеҙмәттәшлекте юлға һалырға мөмкин һәм ул беҙҙең, шулай уҡ иордан мәҙәниәтен байытасаҡ, тип уйлайым.