6 декабрь, Шишәмбе

22 октябрь 2010 йыл, 10:38

158-се гимназияла Мостай Кәримдең хәтер кисәһе үтте

автор: Сергей Захаров

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Башҡортостандың халыҡ шағирының ижадына арналған әҙәби кисә үтте. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, ҡала һәм Киров районы хакимиәттәре вәкилдәре, шағирҙың туғандары, Яҙыусылар союзы делегацияһы ҡатнашты.

Мостай Кәримдең тыуған көнө хөрмәтенә бындай сара гимназияла йыл һайын үткәрелә.

Зөһрә Рәхмәтуллина «уҡытыусыларҙың уҡытыусыһының» республиканың мәҙәни мираҫына баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүе хаҡында әйтеп уҙҙы.

— Мостай Кәримдең әҫәрҙәре ҡеүәтле тәрбиәләү потенциалына эйә. Шағирҙың исеме, уның ижады халыҡ хәтерендә ҡалырға тейеш. Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге урам һәм гимназия бар, уның әҫәрҙәре менән беҙ мәктәп эскәмйәһенән башлап танышабыҙ, — тине вице-премьер.

Байрам сиктәрендә 158-се гимназияның башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Бикбулатоваға «Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы» билдәһе тапшырылды.

Республикала билдәле тележурналист Шәүрә Ғилманова мәктәпкә Мостай Кәрим тураһында видеоархив бүләк итте.

Уҡыусылар Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ҡыҙ урлау» һәм башҡа әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны.