Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары орлоҡһоҙ ҡалмаясаҡ

Иҡтисад

Республика аграрийҙары ҡаты ҡоролоҡ арҡаһында Башҡортостандың яҙғы сәсеү орлоҡтарына талабын тәьмин итә алманы. Сәсеү кампанияһын уңышлы үткәреү өсөн бөтәһе 283 мең тонна орлоҡ кәрәк. Әлеге ваҡытта хужалыҡтарҙа ни бары 230 мең тонна ғына бар.

— Ауыл эшсәндәребеҙ орлоҡһоҙ ҡалмаясаҡ, — тип ышандырҙы прогрессив үҫемлекселек технологиялары бүлегенең баш агрономы Таһирйән Мөхәмәтзиев. – Башҡа төбәктәрҙән орлоҡ материалы алыу тураһында һөйләшеп килешелгән. Атап әйткәндә, Ҡурған, Свердловск, Омск, Новосибирск өлкәләре, Алтай крайы предприятиелары менән орлоҡ һатып алыуға килешеүҙәр төҙөлгән.

БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре орлоҡ килтереүҙе контролдә тота, сорттар буйынса кәрәкле рекомендациялар бирә. Бөгөн республикаға 5 мең тоннанан ашыу орлоҡ килтерелгән. Орлоҡ игене «Башагропродукт» дәүләт унитар предприятиеһына килтереләсәк. Республика ихтыяждары өсөн ул 25 мең тонна иген туплаясаҡ.

Бынан тыш, башҡа культуралар, шул иҫәптән күп йыллыҡ үләндәр орлоҡтары менән тәьмин итеү тураһында ла һөйләшеп килешелгән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть