10 декабрь, Шәмбе

21 октябрь 2010 йыл, 15:37

Экмеледдин Ихсаноглу: Беҙҙе Башҡортостан менән сауҙа итеү ҙә ҡыҙыҡһындыра

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ислам конференцияһы Ойошмаһы (ИКО) Башҡортостан менән иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтерергә ниәтләй. Был турала бөгөн журналистарға «Волга-Урал төбәгендә Ислам цивилизацияһы» IV Халыҡ-ара симпозиумын асҡандан һуң Ислам конференцияһы Ойошмаһы Генераль секретары Экмеледдин Ихсаноглу хәбәр итте.  

— Беҙҙең ойошма үҙ эшмәкәрлеген бөгөн көн тәртибенә ҡуйылған тик ислам мәсьәләләренә генә ҡормай, — тине ул. – ИКО – ҙурлығы буйынса БМО-нан ҡала икенсе халыҡ-ара берләшмә. Уға 57 дәүләт һәм биш күҙәтеүсе дәүләт инә, шул иҫәптән Рәсәй ҙә. Беҙҙең өсөн бөтә өлкәләрҙә – фәндә, мәғарифта, мәҙәниәттә, иҡтисадта, яңы технологияларҙа хеҙмәттәшлек итеү мөһим. Шуға күрә беҙгә һеҙҙең менән сауҙа итеү ҙә, дин мәсьәләләрен тикшергән кеүек үк, ҡыҙыҡлы буласаҡ. Хәҙерге ваҡытта ИКО илдәре араһында тауар әйләнеше бөтә донъя тауар әйләнешенең 16,6 процентын тәшкил итә, ә 2020 йылға беҙ был күрһәткесте 20 процентҡа еткерергә планлаштырабыҙ.  

Экмеледдин Ихсаноглу Өфөгә был сәфәренә ҙур өмөттәр бағлауын белдерҙе.