Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

«Волга-Урал төбәгендә Ислам цивилизацияһы» халыҡ-ара симпозиумы асылды

Сәйәсәт

Бөгөн Өфөлә «Волга-Урал төбәгендә Ислам цивилизацияһы» IV Халыҡ-ара симпозиумы асылды. Был сараға 18 дәүләт делегацияһы килде, дөйөм алғанда, ике көн барасаҡ конференцияла халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаларынан, дәүләт, фәнни һәм дини структураларҙан 200-ләп кеше ҡатнаша.  

— Бөгөн тикшереүгә сығарылған проблема күп милләтле республикабыҙ өсөн генә түгел, шулай уҡ тотош ил өсөн мөһим, — тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина. — Башҡортостанда милләт-ара һәм конфессия-ара именлекте нығытыуға, традицион диндәрҙең үҙ-ара хзеҙмәттәшлегенә йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәте алып барыла. Һәм беҙгә бөгөн был йүнәлештә башҡа төбәктәр һәм илдәр менән хеҙмәттәшлек итергә кәрәк, сөнки Урал һәм Волга буйының традицион диндәренең береһе булып торған ислам Рәсәй менән ғәрәп донъяһы илдәре араһында бәйләүсе звено булып хеҙмәт итә.  

Быйылғы симпозиум Ислам конференцияһы Ойошмаһы ярҙамында ойошторолдо. Был инде уның вәкилдәренең Рәсәйгә бындай киң сараға дүртенсе тапҡыр килеүе. Тәүге ике конференция – Татарстанда, өсөнсөһө 2008 йылда Өфөлә үтте.

— Ике көн буйына беҙҙең берлектәге эшебеҙ Ислам конференцияһы Ойошмаһы менән Башҡортостан етәкселеге һәм республиканың фәнни берләшмәһе араһында тығыҙ хеҙмәттәшлекте юлға һалырға ярҙам итер, тип ышанам, — тине Ислам конференцияһы Ойошмаһы Генераль секретары Экмеледдин Ихсаноглу. – Бөгөн беҙ Рәсәйҙе һәм уның төбәктәрен үҙебеҙҙең стратегик партнерҙарыбыҙ итеп ҡарайбыҙ. Һеҙҙең илгә, уның мәҙәниәтенә һәм тарихына беҙҙең ҡыҙыҡһыныуыбыҙ 2005 йылдан һуң, Рәсәй Ислам конференцияһы Ойошмаһы эргәһендә күҙәтеүсе статусы алғас, һиҙелерлек артты, һәм беҙ йылдан-йыл бында үҙебеҙ өсөн ниндәйҙер яңылыҡ асабыҙ.  

Симпозиум секцияларының эше Башҡорт дәүләт университеты базаһында үткәреләсәк. Бөгөн делегация М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейына, «Русджам-Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә барырға планлаштыра. Иртәгә республиканың рәсми кешеләре һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашыуҙар планлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть