4 декабрь, Йәкшәмбе

21 октябрь 2010 йыл, 16:16

Белорет металлургия комбинаты сифат өлкәһендә премия лауреаты булды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов илдең иң яҡшы предприятиеларына 2009 йыл өсөн сифат өлкәһендә федераль Хөкүмәт премияларын тапшырҙы. Лауреаттар иҫәбендә Белорет металлургия комбинаты ла бар.

Хөкүмәт ҡарары менән продукция һәм хеҙмәтләндереүҙәр сифаты өлкәһендә өлгәшелгән һөҙөмтәләр һәм юғары һөҙөмтәле сифат менеджменты алымдарын индергән өсөн бөтәһе һигеҙ ойошмаға премия тапшырылды.  

Республиканың Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һуңғы өс йылда Башҡортостан предприятиелары был абруйлы конкурстың сифат премияларын алыуға һәм дипломанттары булыуға өлгәшә. Улар барыһы ла төрлө йылдарҙа продукция сифаты өлкәһендә Башҡортостан Президенты премияларына дәғүә итеүгә конкурс еңеүселәре булғайны.