10 декабрь, Шәмбе

21 октябрь 2010 йыл, 12:42

Эш сәфәре менән Өфөгә немец эксперты киләсәк

автор: Любовь Колоколова

25 октябрҙән 29-ына тиклем «Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт сәйәсәтен реструктуризациялауҙы эшкәртеү һәм тормошҡа ашырыу» проекты сиктәрендә Өфөгә немец эксперты Карл-Хан Клингер килеүе көтөлә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был проект БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы һәм ГФР Иҡтисад һәм технологиялар министрлығы тарафынан бойомға ашырыла. Карл-Ханс Клингер Башҡортостанда бер нисә тапҡыр булып китте лә инде.

Был юлы уның сәфәренең төп маҡсаты булып Өфөлә 26 октябрҙән 29-ына тиклем үтәсәк Урал сәнәғәт форумында ҡатнашыу һәм   «Рәсәй төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫешенә идара итеүҙең инновацион технологиялары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында сығыш яһау тора. Бында Клингер әфәнде «Берлин миҫалында заманса һөҙөмтәле сәнәғәт сәйәсәте булдырыуға концептуаль ҡараш» темаһына доклад менән сығыш яһаясаҡ.

Шулай уҡ сәфәр сиктәрендә эксперттың төбәктең кластер сәйәсәтен үҫтереү перспективаларын тикшереү һәм Германияның төрлө ғилми-тикшеренеү учреждениелары һәм предприятиелары менән кооперация мөнәсәбәттәре урынлаштырыу өсөн республиканың төп ғилми-тикшеренеү учреждениелары һәм сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре менән осрашыуҙары планлаштырыла.