6 декабрь, Шишәмбе

21 октябрь 2010 йыл, 11:50

Парламент пленар ултырышында 2011 йылға республика бюджеты проектын ҡараясаҡ

автор: Николай Ермоленко

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда, Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының 31-се ултырышы башланды. Унда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Хөкүмәте ағзалары, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, Президент Хакимиәте, Дәүләт Йыйылышы Секретариаты һәм республика Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһының суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Депутаттар ҡабул иткән көн тәртибендә – 48 мәсьәлә, улар иҫәбендә 29 республика закон проектын ҡарау, ете мировой судья һайлау, шулай уҡ ҡайһы бер парламент ҡарарҙарын ҡабул итеү. 2010 йылғы республика бюджетына үҙгәрештәр индереү тураһында сираттағы законды ҡабул итеү көтөлә; Башҡортостан Республикаһының 2011 йылға һәм 2013 йылға тиклем осорға социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау проекты, «Башҡортостан Республикаһының 2011 йылға бюджеты тураһында» һәм «Башкортостан Республикаһының 2011 йылға Республика мотлаҡ медицина страховкалау фонды бюджеты тураһында» БР Закондары проекттары беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ.

Депутаттар законһыҙ рәүештә ҡомарлы уйындар ойоштороу һәм үткәреү менән бәйле эшмәкәрлеккә сик ҡуйыу буйынса саралар күреүсе закондар сығарыу инициативаһы менән Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт итеү тураһында мәсьәләне хәл итәсәк.