Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Президент аҫрауға бала алыусы ғаиләләргә аҡсалата түләү билдәләү инициативаһын хупланы

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов аҫрауға бала алыусы ғаиләләргә республика бюджеты иҫәбенә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү индереү инициативаһын хупланы. Аҡса был ғаиләләргә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тапшырғанда күсереләсәк, тип планлаштырыла. Был турала Рөстәм Хәмитов 20 октябрҙә Өфөгә эш сәфәре менән килгән РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов менән осрашыу барышында белдерҙе.  

Павел Астаховтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 700 меңдән ашыу бала иҫәпләнә. «Бер баланы аҫрауға дәүләт йылына 300 меңдән 1,5 миллион һумға тиклем аҡса тотона. Ғаилә тәрбиә биреүҙең иң яҡшы формаһы булып тороуын иҫәпкә алып, балаларҙы аҫрауға алыусы ғаиләләргә урынлаштырыуҙы, уларға бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата премия биреүҙе дөрөҫ тип иҫәпләйем», — тип аңлатты балалар омбудсмены.

Павел Астахов Калининград өлкәһен миҫалға килтерҙе, унда тәрбиәгә бала алған ғаиләләр 600 мең һумға тиклем аҡса ала. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, бындай түләүҙәр биреү мөмкинлеге яҡын араларҙа – 2011 йылға республика бюджетын проектлау барышында уҡ ҡараласаҡ, тип билдәләне.

Рәсәйҙә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов яңы балалар баҡсалары төҙөү һәм элеккеләрен кире ҡайтарыу буйынса республика программаһын ыңғай баһаланы. Башҡортостан бюджеты мәктәпкәсә балалар учреждениелары төҙөүгә 9,5 миллиард һум аҡса тотонасаҡ.

«Хәҙер балалар баҡсаларында урын алыуға сиратта 50 меңгә яҡын бала тора. Яҡындағы өс йылда беҙ 30 мең самаһы яңы урын асасаҡбыҙ һәм, шулай итеп, проблеманың киҫкенлеген бөтөрәсәкбеҙ», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть