Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Павел Астахов: Ике айҙан баланы уллыҡҡа алыу тураһында АҠШ менән килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ

Йәмғиәт

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында, быйыл декабрҙә, йә булмаһа киләһе йылдың ғинуарында АҠШ менән үҙ-ара уллыҡҡа бала алыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Документта, икенсе илдән бала алыу хоҡуғына Штаттар граждандары ғына түгел (элекке договорҙа шулай ине), шулай уҡ Рәсәй граждандары ла эйә буласаҡ, тиелә. Хоҡуҡ яҡлаусы аңлатыуынса, был принципиаль мәсьәлә булып торҙо, уны хәл итеүгә өлгәшеү өсөн коллегалар менән бәхәскә инергә тура килде. Заманында Ҡытай властары шулай иткәйне, тип белдерҙе балалар омбудсмены. Ошондай уҡ килешеү Франция менән бергә әҙерләнә, бында инде француздар яғы инициатива күрһәтте.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть