Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Павел Астахов: Башҡортостанда проблемалар иғтибарһыҙ ҡалдырылмай

Йәмғиәт

Бөтә Рәсәйгә хас проблемалар Башҡортостанда иғтибарһыҙ ҡалдырылмай, тип билдәләне РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов республика Президенты менән осрашыуҙан һуң журналистар менән әңгәмә ваҡытында.

— Мин балалар баҡсалары проблемаһын күҙ уңында тотам, — тип аңлатты ул. – Мин балалар йорттарында үҙ балаһын балалар баҡсаһына урынлаштыра алмаған әсәнең сараһыҙҙан баш тартыу ғаризаһы яҙып, уны ваҡытлыса балалар йортона тапшырыу осраҡтарын күп күрҙем. Был – ҡот осҡос хәл. Балалар баҡсалары төҙөлөргә, асылырға, кире ҡайтарылырға тейеш.

Павел Астахов, республикала быға йүнәлтелгән программа булыуын, һәм Президент Рөстәм Хәмитов яҡын араларҙа 9,5 миллиард һум аҡса бүленеүен раҫланы, тип билдәләне. Был средстволар яңы балалар баҡсалары төҙөүгә, элекке балалар баҡсаларын ҡайтарыуға һалынасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть