8 декабрь, Кесе йома

20 октябрь 2010 йыл, 15:59

Өфө предприятиеларында уртаса эш хаҡы – 23 мең һум

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә эшкәртеүсе производстволарҙа уртаса эш хаҡы 23 мең һумдан ашыу тәшкил итә. Ҡала хакимиәте башлығы эргәһендәге кәңәшмәлә сәнәғәт бүлеге начальнигы Александр Зарубин әйтеүенсә, нефтехимия сәнәғәтенән тыш (унда эш хаҡы былай ҙа юғары), бөтә тармаҡтарҙа эш хаҡының тотороҡло үҫеүе күҙәтелә.  

— Өфө предприятиеларында ҡала өсөн сағыштырмаса лайыҡлы эш хаҡы теркәлһә лә, бөгөн төрлө тармаҡтар хеҙмәткәрҙәренең реаль табыштары араһындағы айырма кеүек проблема ла тора, — тине Александр Зарубин. – Мәҫәлән, «Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы дәүләт унитар предприятиеһына ҡала буйынса уртаса эш хаҡы кимәленә етеү өсөн үҙ хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын ике ярым тапҡырға күтәрергә кәрәк. Шулай уҡ бер тармаҡ предприятиелары араһында ла эш хаҡында ярайһы уҡ айырма булыуы күҙәтелә.