7 декабрь, Шаршамбы

20 октябрь 2010 йыл, 15:44

Өфөлә троллейбустар сығарыу ике тапҡырға тиерлек артты

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә троллейбустар сығарыу былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек артты. Был турала шишәмбе көнө мэриялағы кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең сәнәғәт бүлеге начальнигы Александр Зарубин хәбәр итте.

— Туғыҙ айҙа Башҡортостан троллейбус заводы 92 троллейбус сығарҙы, уларҙың 55-е ҡулланыусыларға оҙатылды ла инде, — тине ул. – Ә былтыр ошо уҡ осорҙа 49 ғына етештерелгәйне.

Хәйер, ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был тәү ҡарашҡа оптимистик күрһәткес ысынында иһә артыҡ юғары ла түгел.

— Уҙған йыл менән сағыштырғанда беҙ производствоның күтәрелеүен күҙәтәбеҙ, — тине Павел Качкаев. – Ләкин ысынында иһә был тармаҡ иҡтисади көрсөккә тиклемге кимәлгә лә етмәгән әле. Элекке йылдарҙа Өфөлә 125 самаһы троллейбус сығарыла торғайны. Һәм был норма тип иҫәпләнде.