7 декабрь, Шаршамбы

20 октябрь 2010 йыл, 15:28

Ҡош тиҙәген эшкәртеүҙең уникаль технологияһы Ҡытайға китеүе ихтимал

автор: Светлана Ғәфүрова

Башҡортостандың ҙур ҡошсолоҡ фабрикаларында тәүлегенә бөтәһе 400 тоннаға тиклем ҡош тиҙәге йыйыла. Ҡош тиҙәге – 3 класлы хәүефлелектәге ағыулы продукт. Ҡағиҙә булараҡ, ул баҫыуҙарға сығарыла һәм шунда туҙып ята.

Белгестәр раҫлауынса, был ҙур экологик проблема, ул республикала йәшәүсе һәр кешегә ҡағыла. Ҡош тиҙәге менән ер бысрана. Ә йыш ҡына ятып өлгөрә төшмәгән тиҙәкте хәүефле ҡалдыҡтар менән эшләү хоҡуғына лицензияһы булмаған ҙур теплица хужалыҡтарында ашлама булараҡ файҙаланалар. Тиҙәк менән бергә теплица йәшелсәләренә ҙур күләмдә патоген (ауырыу барлыҡҡа килтереүсе) микробтар һәм антибиотиктар эләгә, был, әлбиттә, төбәк халҡының һаулығында сағылмай ҡалмай. Был проблема әлегә хәл ителмәгән.

Шулай ҙа ул хәл итерлек. Өфөлө Владимир Чирков ҡош-ҡорт һәм сусҡа тиҙәген үҙенсәлектәре буйынса биогумусҡа тиң органик ашлама итеп эшкәртеүсе уникаль технология уйлап тапҡан. 15 минут эсендә гидро-динамик генератор аша үткәрелгән ҡош-ҡорт тиҙәге, биогумустың бөтә сифаттарына эйә булып, барлыҡ патологик матдәләрҙән һәм антибиотиктарҙан арына. Технология Агрохимүҙәктә һәм Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығында тикшерелде. Ҡош-ҡорт тиҙәген генераторҙа эшкәртеү һөҙөмтәһендә алынған продукт ағыуһыҙ, зыянһыҙ һәм файҙалы сифаттарға эйә тип танылды.

11 квт. ҡеүәтле генератор бер сәғәттә бер тонна ҡош тиҙәген эшкәртергә һәләтле.  

Әммә Чирковтың новаторлыҡ технологияһы урындағы ауыл хужалығы чиновниктарын ҡыҙыҡһындырманы. Ә бына Ҡытай был технология менән бик ныҡ ҡыҙыҡһынды һәм уны уйлап табыусынан һатып алырға йыйына.