7 декабрь, Шаршамбы

20 октябрь 2010 йыл, 14:55

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов килде

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Президентя ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов килде.

«Өфө» Халыҡ-ара аэропортында уны Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова ҡаршы алды.

Өфөгә килгәнендә Павел Астахов БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашырға һәм ҡайһы бер белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына барырға планлаштыра.

Мәҫәлән, уны Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Республика балалар йортонда, 2-се махсус (коррекцион) балалар йортонда, «Индиго» ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәгендә һәм Республика балалар клиник дауаханаһында көтәләр, унда балалар омбудсмены Кохлеар имплантация үҙәгенең эше менән танышасаҡ.

Бынан тыш, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил хоҡуҡ һаҡлау органдары, республика министрлыҡтары һәм ведомстволар етәкселәре менән кәңәшмә үткәрәсәк.

темалар: сәфәрҙәр