3 декабрь, Шәмбе

20 октябрь 2010 йыл, 12:20

«Иммунопрепарат» 600 миллион һумлыҡ дарыуҙар әҙерләне

автор: Гүзәл Йосопова | фото: Никита Баребаум

Сентябрҙә Өфөнөң «Иммунопрепарат» предприятиеһында хәүефле инфекцияларҙан һаҡлау өсөн 602 миллион һумдан ашыулыҡ дарыуҙар сығарылды.  

Башҡортостандың һәм башҡа төбәктәрҙең медицина учреждениеларына вакцина һәм анатоксиндар, дауалау һәм профилактика сывороткалары, иммуноглобулин һәм башҡа ҡан препараттары, бактериофагтар оҙатылды.  

2015 йылға тиклем медицина препараттары, шул иҫәптән яңы дарыуҙар формалары сығарыуҙы байтаҡҡа арттырыу билдәләнде. Предприятиела тулы цикл производствоһын модернизациялау, GMP стандарттарына ярашлы реконструкциялау, эш майҙандарын киңәйтеү дауам иттереләсәк.

Был стратегик бурысты ғәмәлгә ашырыуҙа яңы ун икенсе корпус ҙур роль уйнарға тейеш. Бина ун йылдан ашыу элек һалынғайны, ләкин финанслау булмау арҡаһында туҡтап ҡалғайны. Хәҙерге ваҡытта объектта төҙөлөш эштәре ҡайтанан тергеҙелде.