4 декабрь, Йәкшәмбе

20 октябрь 2010 йыл, 12:05

Өфөлә быйыл 348 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Быйыл туғыҙ айҙа Өфөлә 348356 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды — 2009 йылдың шул уҡ осорона ҡарата 108,3 процент. Шуның 141233 квадрат метры күп ҡатлы йорттарҙа, ҡалғаны – индивидуаль торлаҡ. Был турала Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Саттаров мэриялағы матбуғат конференцияһында хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, элеккесә шәхси торлаҡты сафҡа индереү, дөйөм файҙаланыуға тапшырылған күләмдең 59 процентын тәшкил итеп, ҙур роль уйнай.  

Матбуғат конференцияһында шулай уҡ, Башҡортостан Президентының йыл һайын ҡаланың мәктәпкәсә балалар учреждениеларында урындар һанын арттырыу буйынса ҡуйған бурысын хәл итеү маҡсатында төҙөргә планлаштырылған балалар баҡсалары исемлеге билдәләнде, тип телгә алынды. Йыл һайын 11-12 яңы объект файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Шулай итеп, 2011-2013 йылдарҙа урындар һаны 2460-ҡа артасаҡ. Шулай уҡ балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү менән солғап алыуҙы арттырыу маҡсатында Өфөлә элек башҡа ойошмаларға тапшырылған мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары биналарын кире ҡайтарыу буйынса эш алып барыла.