Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Ноябрҙә нисек ял итәбеҙ?

Йәмғиәт

Ноябрҙә нисек ял итәбеҙ? Башҡортостан халҡы ноябрь байрамдары алдынан ошондай һорау бирә. Был айҡанлы БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бына нимәләр хәбәр итә.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – байрам көнө булып тора.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2009 йылдың 31 октябрендәге «2010 йылда ял көндәрен күсереү тураһында» 869-сы ҡарары менән, хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн, шәмбе – 13 ноябрҙәге ял көнө йомаға – 5 ноябргә күсерелә.

Башҡортостан  Республикаһы Хөкүмәтенең 2009 йылдың 8 октябрендәге 1082-се бойороғона ярашлы, 2010 йылда 16 ноябрь – Ҡорбан байрамы – ял көнө тип иғлан ителә.

Шаршамбы – 3 ноябрҙә һәм дүшәмбе – 15 ноябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһы булғанда Башҡортостан Республикаһында  4, 5, 6, 7  һәм 16  ноябрь  ял көндәре булып тора.

Теги: байрамдар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть