Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Һауынсы үҙ хоҡуҡтарын тергеҙеүгә өлгәште

Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылынан 43 йәшлек ҡатын прокуратураға мөрәжәғәт итте: ҡатын «Стәрлетамаҡ» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында һауынсы булып эшләгән, 2010 йылдың 19 февралендә эштән сыҡҡан, ләкин ул кадрҙар бүлегенә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеүенә ҡарамаҫтан, әлегә тиклем хеҙмәт кенәгәһен ҡайтарып бирмәгәндәр.  

Предприятиеның баш бухгалтеры быны хеҙмәткәрҙең бурысы барлыҡҡа килеүе менән аңлата: ул эш хаҡын натураль продукттар менән алған. Әммә закон буйынса бындай алмаштырыу, хеҙмәткәр яҙма ғариза биреп, был хеҙмәт йәки коллектив договорҙа телгә алынған осраҡта ғына рөхсәт ителә. Ҡатын ғариза яҙмаған, тимәк, быға ризалығын бирмәгән, һәм эш хаҡын уға натураль продукттар менән законһыҙ рәүештә түләгәндәр. Өҫтәүенә, продукттарҙы икенсе хеҙмәткәр алыуы асыҡланды.  

Һөҙөмтәлә ҡатын үҙенең хеҙмәт кенәгәһен дә, аҡса менән эш хаҡын да алды, ә бухгалтер — дисциплинар шелтә — уға иҫкәрмә яһалды, тип хәбәр иттеләр БР Прокуратураһы матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть