5 декабрь, Дүшәмбе

19 октябрь 2010 йыл, 17:07

Халыҡ-ара Ислам конференцияһы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Кесе йома Өфөлә «Волга-Урал төбәгендә ислам цивилизацияһы» халыҡ-ара симпозиумы үтәсәк. Ошо айҡанлы республика баш ҡалаһына Ислам конференцияһы ойошмаһының генераль секретары Экмеледдин Ихсаноглу киләсәк. Шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән — Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Германия, Һиндостан, Литва, АҠШ, Италия, Марокконан филология, боронғо телдәр, педагогика һәм сәйәсәт тарихы өлкәһендәге белгестәр киләсәк. Симпозиумда республика юғары уҡыу йорттары ғалимдары ла ҡатнашасаҡ.

Ислам конференцияһы ойошмаһы делегацияһы Өфөлә өс көн буласаҡ. Был ваҡыт эсендә ҡунаҡтар Уралда һәм Волга буйында исламды үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү генә түгел, шулай уҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Археология һәм этнография музейына барырға, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән осрашырға планлаштыралар.

темалар: фән, дин