8 декабрь, Кесе йома

19 октябрь 2010 йыл, 16:31

29 октябрҙә Республика Советының һаулыҡ һаҡлау буйынса ултырышы үтә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһы Советының һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә ултырышы 29 октябрҙә үткәрелә. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл тәүге тапҡыр Совет ултырышы республика баш ҡалаһы – Өфөлә үтәсәк.

Форумды түңәрәк өҫтәлдәр форматында ойошторорға планлаштырыла. Атап әйткәндә, ике түңәрәк өҫтәл үткәреү көтөлә. Республиканың идаралыҡ органдары һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре менән бер түңәрәк өҫтәл 29 октябрҙә Ҡала Мәҙәниәт һарайында үткәреләсәк. Ул «Һаулыҡ һаҡлауҙа мәғлүмәт технологиялары» темаһына арналасаҡ.

БР муниципаль берәмектәре хакимиәт башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары ҡатнашлығында икенсе түңәрәк өҫтәл шул уҡ көндө Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының «Медик» Мәҙәниәт һарайында үтәсәк, тип планлаштырыла. Уның темаһы — «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәте: реалийҙар һәм перспективалар».