8 декабрь, Кесе йома

19 октябрь 2010 йыл, 16:00

Туймазы дзюдосыһы Европа чемпионатында алтын миҙал яуланы

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Хорватияның Пореч ҡалаһында ветерандар – 30 йәштән өлкән спортсылар араһында дзюдо буйынса һигеҙенсе Европы чемпионаты үтте. Миҙалдар өсөн 33 илдән 500-ҙән ашыу атлет көрәште.

Рәсәй йыйылма командаһы иң күп наградалар – 76 миҙал, шул иҫәптән 33 алтын, 20 көмөш һәм 23 бронза – яулап, Италия, Франция, Германияның иң көслө командаларын уҙып китте.

Рәсәйҙәрҙең уңышына Туймазы ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, халыҡ-ара класлы спорт мастеры Рөстәм Мөхәмәтдинов тос өлөш индерҙе. Ул 30 йәштән 34 йәшкә тиклемге дзюдосылар араһында 60 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында “алтын” яуланы.  

Талантлы яҡташыбыҙҙы алда яңы ярыштар көтә, шул иҫәптән киләһе йыл Италияла донъя чемпионатында.

темалар: дзюдо