Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

2011 йылдың 1 июненән дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артасаҡ

Иҡтисад

Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе буйынса аңлатмалар менән сығыш яһаны. Бынан алда социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа белгестәрҙең эш хаҡы бәләкәй – 4-6 мең һум – булыуына зарланып мөрәжәғәт иткәйне.    

БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ринат Тимербаев аңлатыуынса, 2009 йылдың 1 ғинуарынан дәүләт социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында хеҙмәткә түләүҙең яңы системаһы индерелгән. Федераль бюджет учреждениеларының хеҙмәткә түләү фондтары – 30 процентҡа, ә республика дәүләт учреждениеларының 20 процентҡа артҡан.

Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы хеҙмәт шарттары эш хаҡын компенсация һәм дәртләндереү түләүҙәре иҫәбенә арттырырға ярҙам итә. Ә окладҡа персональ арттырыу коэффициентын иҫәпкә алып, социаль хеҙмәткәрҙең эш хаҡы 3 тапҡырға артыуы ихтимал.

2011 йылдың 1 июненән республиканың дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы фондын 6,5 процентҡа индексациялау ҡаралған, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть