5 декабрь, Дүшәмбе

19 октябрь 2010 йыл, 13:49

Павел Астахов Өфөгә килергә йыйына

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов Өфөгә сәфәр менән килергә йыйына. Ул республика баш ҡалаһында балиғ булмаған үҫмерҙәрҙең хоҡуҡтарын күҙәтеүгә баһа бирәсәк. Был турала дүшәмбе көнө оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, Павел Астаховты Өфөлә 20 октябрҙә көтәләр.

— Беҙҙең балалар учреждениелары юғары баһа алыр, тип ышанам, — тине Павел Качкаев. – Беҙҙең ысынлап та күрһәтер нәмәләребеҙ бар.

Һуңғы ваҡытта Павел Астахов илдә балалар хоҡуҡтарын күҙәтеүҙе тикшереүгә ҙур иғтибар бирә. Мәҫәлән, сентябрҙә ул Алыҫ Көнсығыш төбәктәренә инспекция тикшереүҙәре менән барып ҡайтты. Уҙған ай аҙағында уның Өфөгә килеүе лә планлаштырылғайны. Әммә ул кисектерелде.