Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

«Полушка» универсамдары социаль карталар индерә

Иҡтисад

«Полушка» селтәренең социаль универсамдарында «Социаль карта»лар буйынса хеҙмәтләндереү системаһы әүҙем индерелә. «Полушка» сауҙа предприятиеларынан беренсе булып яңы системаны индерә башланы.

Хәҙерге ваҡытта «Социаль карта»лар селтәрҙең 26 универсамында эшләй. Шул иҫәптән уларҙың 23-ө Өфөлә һәм өсәүһе Стәрлетамаҡта урынлашҡан. Бөтәһе республика территорияһында 92 «Полушка» универсамы, 2011 йылдың икенсе кварталына «Социаль карта»ларҙы селтәрҙең бөтә сауҙа нөктәләрендә индерергә планлаштырыла. Октябрь аҙағына тиклем карталар Салауаттағы «Полушка» универсамдарында эшләй башлаясаҡ.

Карта менән файҙаланыу принцибы ябай — тауар өсөн түләгәндә картаға бонустар күсерелә. Бер бонус бер һумға тигеҙ, һәм карта хужаһы киләһендә ҡулаҡса менән түгел, ә карта буйынса түләй ала. Картала аҡса күпме булыуға ҡарап, тулыһынса йәки өлөшләтә түләргә мөмкин. Бонустар һаны тураһында мәғлүмәтте универсам кассаһында алырға мөмкин.

«Полушка» селтәренең яңы түләү системаһы индерелгән бөтә универсамдарында махсус плакаттар урынлаштырылған. Кассирҙар һатып алыусыларға карта менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен аңлата. Ентекле мәғлүмәтте «Башҡортостан социаль карталар регистры» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең www.brsc.ru сайтында йәки 8-800-100-81-80 телефоны аша (шылтыратыу бушлай) алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть