8 декабрь, Кесе йома

19 октябрь 2010 йыл, 11:24

Пенсияларҙы ҡушма финанслау программаһында 100 меңдән ашыу кеше ҡатнаша

автор: Ғәлиә Нәбиева

Пенсияларҙы ҡушма финанслау дәүләт программаһы ике йыл инде ғәмәлдә. Ошо ваҡыт эсендә республикабыҙҙан 102 меңдән ашыу кеше үҙ пенсия тупланмаһын арттырыу мөмкинлеге менән файҙаланды. Башҡортостанда был программала ҡатнашыусы граждандарҙың дөйөм түләүҙәр суммаһы 160 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.  

Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2009 йылда кәмендә 2000 һум ирекле страховка взносы түләгән программала ҡатнашыусы граждандарҙың индивидуаль айырым иҫәптәренә дәүләт 85,8 миллион һум аҡса күсерҙе.

Ирекле страховка взностары индереп, граждандар үҙҙәренең буласаҡ пенсияһын арттырыу ғына түгел, шулай уҡ йыл һайын һалымды тотоп ҡалыу иҫәбенә средстволарҙың бер өлөшөн ҡайтара ла ала.  

Программала ҡатнашыу шарттары менән Пенсия фонды сайтында танышырға һәм документтар тултырырға мөмкин. Ошонда уҡ Программа сиктәрендә взностар күсереү өсөн Һаҡлыҡ банкының төбәк бүлексәләре реквизиттары менән түләү квитанциялары бланкалары урынлаштырылған.

Ентекле мәғлүмәтте тәүлек әйләнәһенә 8-800-505-55-55 телефоны аша бушлай шылтыратып белешергә мөмкин.