7 декабрь, Шаршамбы

19 октябрь 2010 йыл, 9:33

Ике Президент Башҡортостанда шашка уйынын үҫтереү перспективаларын тикшерҙе

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Дүшәмбе, 18 октябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөтә донъя шашка федерацияһы Президенты Нидерландынан Гарри Оттен әфәнде менән осрашты.

Осрашыуҙа әлеге ваҡытта Өфөлә барған ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионаты хаҡында ғына түгел, шулай уҡ республика менән бөтә донъя шашка федерацияһының артабанғы хеҙмәттәшлеге тураһында ла һүҙ алып барылды.

Төбәк башлығы, Өфө киләсәктә Рәсәйҙең генә түгел, шулай уҡ бөтә донъя шашка баш ҡалаһына әйләнер, тигән ышаныс белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов менән Гарри Оттен Ҡытайҙа тамамланасаҡ ҙур дүрт баҫҡыслы шашка серияһы этаптарының береһен Башҡортостан баш ҡалаһында үткәреү перспективаларын тикшерҙе. Был турнирҙа элекке һәм хәҙерге донъя чемпиондарынан, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан да, 80-гә яҡын спортсы ҡатнашырға тейеш.      

Әңгәмә барышында шулай уҡ Гарри Оттен белгес булып торған метеорология темаһы ла ҡуҙғатылды. Башҡортостанда был йүнәлеште үҫтереү перспективалары тикшерелде.

Баш ҡала ҡунағы Өфө менән һоҡланыуын белдерҙе. Республика Президенты менән осрашыуҙан һуң журналистарға биргән ҡыҫҡаса интервьюһында ул шулай тип билдәләне:

— Әлбиттә, ҡаланың бөтә иҫтәлекле урындарын ҡарап сығыу өсөн беҙҙең ваҡыт тар булды. Әммә мине бында йәшәүсе кешеләрҙең ҡунаҡсыллығы һәм изге күңеллелеге, мине шундай яҡты йөҙ менән ҡаршы алыуҙары таң ҡалдырҙы. Миңә Салауат Юлаев һәйкәле майҙанынан асылған тирә-яҡтағы хозур тәбиғәт бик оҡшаны, һәм мин киләһе йыл йәй тағы килермен, тип өмөтләнәм.